“Бында эшләүе лә ҡыҙығыраҡ, халыҡ та ихласыраҡ!"10.11.2018

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәсетле районының Түбәнге Бобин ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге менән танышып сыҡты. Ул урындағы балалар баҡсаһының уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бинаһында урынлашҡан.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марат Сәлмәев бында ике йылдан ашыу элек Ырымбурҙан күсеп килгән.

– Ҡатыным да – табип, икәүләп “Ауыл докторы” программаһы буйынса килдек, – тине ул. – Беҙгә торлаҡ бирҙеләр. Бында халыҡ шул ҡәҙәр һәйбәт. Әлбиттә, уларға дауаланыу өсөн дә уңайлыраҡ шарттар булһын ине лә...

Радий Хәбиров бында ауырыуҙарҙы район дауаханаһына нисек алып барыуҙары, юлдың торошо менән ҡыҙыҡһынды.

– Ауыл фельдшерҙары – медицинаның нигеҙе, – тине Радий Фәрит улы. – Марат кеүек ошондай йәш белгестәргә һәр яҡлап ярҙам итергә, уларҙың тормошо, эшмәкәрлеге өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.

Учреждение мөдире әйтеүенсә, бында 600-ҙән кеше ҡарала, шуларҙың 163-ө – балалар.

– Дарыу менән тәьмин ителеш буйынса проблема юҡ, – тип белдерҙе ул. – Кәрәк-яраҡтың барыһы ла бар. Коллегаларыма шуны әйткем килә: ауылға эшкә килеүҙән ҡурҡырға ярамай. Бында хеҙмәтләндереү ҙә ҡыҙығыраҡ, халыҡ та ихласыраҡ!


Вернуться назад