Баймаҡ ҡалаһында Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең филиалы – “Башҡорт китабы” – асылды.
Сауҙа урыны етәксеһе Яңылбикә Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, халыҡ милли китапҡа һыуһаған. “Хәҙер кеше уҡымай тигән һүҙҙәр менән килешмәйем, – ти ул. – Яҡшы әҫәрҙе халыҡ хатта эҙләп, һорап, таптырып ала. Бигерәк тә балалар өсөн ике телдә сыҡҡан китаптар бик үтемле. Башҡортса дини, йыртма, мәктәп, ғаилә календарҙарын һорағандар күп. Сауҙа урынының айырым бинала урынлашыуы бигерәк тә уңайлы, эш тағы ла көйләнер тигән ниәттәбеҙ. Башҡорт әҙиптәренең китаптарын таратыуға ҙур өлөш индерәсәкбеҙ”.
Баймаҡ ҡалаһына юлығыҙ төшһә, “Башҡорт китабы”на инеп, күңелегеҙгә оҡшаған китапты һайлай алаһығыҙ.