Радий ХӘБИРОВ: “Игәү менән дә эшләргә тура килде”10.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына сыҡты.

Мәсетленең Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Көньяҡ” биҫтәһен төҙөү планлаштырыла. Унда 404 ер участкаһы бүленгән, араларында 283-ө – күп балалыларға, 35-е – йәш белгестәргә, һигеҙе – ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә. Район етәксеһе Әнис Әсәҙуллин әйтеүенсә, яңы биҫтәне төҙөү һыу һәм газ үткәреүгә бәйле проблемалар булыуы сәбәпле тотҡарланған. Хәҙер инде был йәһәттән эш башланған, дәүләт экспертизаһы үткәрелгән. Радий Хәбиров район етәкселәренә тейешле процедураларҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты, республиканан тейешле аҡса бүленәсәген әйтте.

Ошонда уҡ төбәк етәксеһе яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты. Башҡорт гимназияһында иһә Радий Фәрит улы хеҙмәт кабинетында булып, алтынсы класс уҡыусыларының нисек шөғөләнгәнен ҡараны. Балалар һәм педагогтар менән һөйләшеү барышында ул үҙенең мәктәптә уҡыған йылдарын иҫкә төшөрҙө.

“Игәү менән дә эшләргә тура килде”, – тине төбәк етәксеһе һәм балаларға уҡыуында уңыштар теләне.


Вернуться назад