Бишбүләк районының Йылболаҡтамаҡ ауылында матур йола барлыҡҡа килгән: һәр көҙ Рәсилә менән Азамат Ғәлиевтәрҙең ғаиләһе мәктәпкә бал бүләк итә.
Татлы бүләк уҡыу йылы дауамында балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың менюһын төрлөләндереү, уны витаминдар менән байытыу мөмкинлеген бирә.
“Умартасылар ғаиләһе мәктәпкә ярҙам итеп кенә ҡалмай, иң мөһиме – йәш быуынға изгелек, йомартлыҡ өлгөһөн күрһәтә”, – ти Йылболаҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Әнүәр Вәлиәхмәтов.