Тоҡомоңа ситтәр янаһа...10.11.2018
“Бөгөн хәл үтә киҫкен. Ырғыҙлы ауыл Советы биләмәһендә, мәҫәлән, көньяҡ бал ҡорттарының тәшкил иткән өлөшө 35 процентҡа етеп бара. Тиҙ арала ғәмәли саралар күрелмәһә, генетик структура боҙоласаҡ, уны кире ҡайтарып булмаясаҡ”. Ошолай тип борсолоп яҙа тармаҡ белгестәре.

Мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән бер аҙым яһалды: башҡорт умартасылары Бөрйән бал ҡортон метислашыуҙан һаҡлауға президент гранты отто. Уның суммаһы – 1 миллион 346 мең һум.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн барлығы 3,2 миллион һум кәрәк буласаҡ. Был аҡсаға Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы Советындағы шәхси умарталыҡтарҙа тотолған бал ҡорттарының таҙа тоҡомломо икәнен анализлау, феромонлы препараттар ярҙамында ҡатнаш тоҡомло инә ҡорттарҙы таҙаға әйләндереү, лаборатория асыу, тоҡомло умарталыҡ һәм бәләкәй умарталар паркы ойоштороу планлаштырыла.

Республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин әйтеүенсә, Башҡортостанда 2030 йылға тиклем ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһына ярашлы төбәк бюджетынан 614 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Күстәрҙе арттырыуға 237,5 миллион һум бүлеү ҡаралған.


Вернуться назад