Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте.
Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хоҡуҡ һағында торғандарҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне, алдынғыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов һәм башҡа етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.