“Улар беҙҙең именлек хаҡына ғүмерен ҡорбан итте”09.11.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Эске эштәр министрлығының һәләк булған хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм шулай уҡ хоҡуҡ һаҡсыларын етеп килгән һөнәри байрамы менән ҡотланы.

“Был егеттәр беҙҙең арала юҡ инде. Улар беҙҙең имен тормошобоҙ хаҡына ғүмерен ҡорбан итте. Күптәренең ғаиләләре, кескәй балалары ҡалды. Эске эштәр органы хеҙмәткәре булыу – үҙ-үҙеңде аямайынса тырышып эшләү ул. Илгә намыҫлы хеҙмәт иткән, бурысына тоғро ҡалған һәм мундир дәрәжәһенә тап төшөрмәгәндәр алдында ихтирам менән баш эйәм. Етеп килгән байрам менән!” – тип яҙған республика етәксеһе “Фейсбук”тағы сәхифәһендә.

Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге, ведомство ветерандары әүәлге министрҙар Әнәс Хәсәновтың, Рауил Фәйрүзовтың һәм Владимир Рыленконың ҡәберенә сәскә һалды.



Вернуться назад