“Һаумы, Ҡыш бабай! Мин быйыл...”09.11.2018
Башҡортостан халҡын “Ҡыш бабайға хат” республика балалар проектында ҡатнашырға саҡыралар. Өфө ҡалаһын үҫтереү йәмәғәт фонды менән Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәте хаттар ҡабул итә башланы ла инде.

Проектта өс йәштән ун биш йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Шарт буйынса, хатта 2018 йылда башҡарылған изге эштәр тураһында һөйләргә, шулай уҡ Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенең талаптарын үтәргә кәрәк.

Хаттарҙы 2018 йылдың 23 ноябренә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, “Ҡыш бабайға” а/й адресы буйынса йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Конкурста еңеүселәр – социаль йәһәттән иң әһәмиәтле эштәрҙең авторҙары киләһе йылдың ғинуарында Өфөлә үтәсәк Ҡыш бабайҙың Раштыуа шыршыһына саҡырыла.


Вернуться назад