– Өлөшсөләр буйынса йөкләмәләрҙең барыһын да үтәйәсәкбеҙ. Быны мин һеҙгә асыҡтан-асыҡ белдерәм. Ҡасан һәм нисек икәнлеге – икенсе мәсьәлә. Быны беҙ йылдам башҡарырға тейешбеҙ, – тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә.
Торлаҡ төҙөлөшөндәге хәлде ул иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе тип атаны.
– Кешеләр йылдар буйы торлаҡҡа сиратта тора. Беҙ йыш ҡына федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы торлаҡҡа хоҡуҡлыларҙы ла тәьмин итә алмайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға күрә йорттарҙы әлегә тиклемге кеүек һалмаясаҡбыҙ. Тап уйланылмаған, яуапһыҙ ҡарарҙар һөҙөмтәһендә Өфө ҡалаһында һәм районында алданған өлөшсөләр бик күп.
Радий Хәбиров шулай уҡ, төҙөүсе поликлиникалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа объекттар һалырға йәки бының өсөн күпмелер аҡса күсерергә тейеш, тигән фекерҙә.