Төп шыршы байрамы ҡасан була?09.11.2018
Радий Хәбиров “Башҡортостан Республикаһында Яңы 2019 йылды байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, республиканың төп шыршы байрамы 21 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестиваль лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырыла. Улар өсөн Өфөлә өс көнлөк ял ойошторола. Байрамда ҡатнашҡандарға Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ.


Вернуться назад