iPhone тиһәм, сода икән09.11.2018
iPhone тиһәм, сода икәнЕтештереүсенең Instagram селтәрендәге рәсми сәхифәһендә “Аш содаһы”ның яңы ҡабы менән таныштырҙылар.

Төргәк хәҙер Apple компанияһы продукцияһын хәтерләтә. Яңыса биҙәлгән сода ҡабында iPhone смартфонындағы кеүек “кикел”де хәтерләткән махсус япҡыс бар. Компания вәкилдәре үҙ тауарын донъяла киң танылған бренд менән сағыштырыуға шатлана ғына.

“Яңы сода ҡабы унынсы айфонды хәтерләткәндәй. Насармы ни? Юҡ, әлбиттә. Беҙ ҙә донъя трендтарынан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ”, – тигән яҙма ҡалдырған улар фото аҫтында.


Вернуться назад