“Ҡап та ҡоп” кире ҡайтты09.11.2018
Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк фольклориада уңайынан күркәм сара ойошторолдо.

Тәрбиәселәр йылдар дауамындағы тәжрибәһе нигеҙендә “Ата-бабам мираҫы” тип аталған йөкмәткеле китап сығарған. Төп маҡсат – халҡыбыҙҙың онотолоп барған йолаларын тергеҙеп, йәш быуынға еткереү. Китапҡа улар буйынса байрам сценарийҙары тупланған.


Йыйынтыҡтың исем туйында балалар, тәрбиәселәр, ата-әсә ҡатнашты. Танылған ҡурайсы Нурғәле Кейекбирҙиндең ҡурай яһап, уйнап күрһәтеүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте кескәйҙәр. Үҙҙәре “Ҡурай” бейеүен бик оҫта башҡарҙы. Шулай уҡ балаҫ һуғыу үҙенсәлектәре менән таныштылар, элекке “Ҡап та ҡоп” уйынында теләп ҡатнаштылар.

Бөтә донъя фольклориадаһына ярашлы ойошторолған саралар артабан да дауам итәсәк, тәрбиәселәр был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып бара, тине балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова.



Вернуться назад