Тәрбиәсе лә ярышта оҫтара09.11.2018

Абсолют еңеүсе – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Мария Заплохова.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында ойошторолған “Йыл тәрбиәсеһе-2018” республика конкурсы барышында үткән быуаттың 80-се йылдарында яратып ҡараған “Усатый нянь” музыкаль комедияһы иҫкә төштө. Тиҙҙән армияға алынасаҡ Иннокентий исемле егет бер эш урынында оҙаҡ тотҡарлана алмай. Сираттағыһында ул балалар баҡсаһына төнгө һаҡсы булып урынлаша, бында тәрбиәсе роленә лә инеп, төрлө көлкөлө хәлдәргә тарып бөтә. Ҡыҫҡаһы, кескәйҙәр менән бер ҡасан да күңелһеҙ түгел, әммә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып тик ҡатын-ҡыҙ эшләргә тейештер.

Шул иғтибарға лайыҡ: әлеге конкурста ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта, быйыл республи­кабыҙҙың 51 ҡала-районынан һынау тоттолар. Бәйге өс өлөш­кә бүлеп үткәрелде. Тәүгеһе интернет аша булһа, икенсеһе “Балалар менән педагогик сара һәм уны анализлау” тип аталды, өсөнсөһөндә иһә “Педагогик табыш”, “Оҫталыҡ дәресе”, “Түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү” сараларында һәр конкурсантҡа үҙен танытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелде.

Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова йыл дауамында педагогтар ара­һында үткәрелгән конкурс­тарҙы барлап, “Йыл тәрбиәсеһе”нең иң сағыуҙарҙың береһе икәнен билдәләне.

– Һеҙ – кескәйҙәргә бәхетле бала саҡ бүләк итеүсе, – тине Гөлназ Радмил ҡыҙы, кон­курсанттарға мөрәжәғәт итеп. – Бер яҡтан ҡарағанда, хеҙмәтегеҙ күләгәлә ҡалғандай тойола. Тимәк, был тармаҡта эште тағы ла йәнләндереү, ошондай конкурстарҙы күберәк үткәреү, кескәйҙәр араһында ла төрлө бәйгеләрҙе йышыраҡ ойоштороу зарур.

Артабан ярыштың алдын­ғылары билдәләнде. Бөтөн һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 77-се балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Мария Заплохова абсолют еңеүсе тип табылды.

Сараны музыкаль яҡтан Өфө ҡалаһындағы Комаров исемендәге балалар ижад йортоноң өлгөлө коллективы, Өфө сәнғәт училищеһы студенты Анастасия Сәмсетди­нова, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рөстәм Ғүмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирҙүс Шәрәфуллин, Күгәрсен районы Мораҡ ауылының “Инешкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльза Вәлиева һәм башҡаларҙың сығыштары биҙәне.


Вернуться назад