Халҡыбыҙҙың тарихы йылҡы малы менән тығыҙ бәйле. Боронғо башҡорт ир-атын атһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Улар икеһе бергә ғәйрәт, ҡеүәт, баш бирмәү, ихтыяр көсө, ҡаһарманлыҡ һымаҡ сифаттарҙы берләштереп, халҡыбыҙҙың мәңгелек асылын кәүҙәләндерә.
Изге Ҡөрьәндә “Беҙ йылҡы малын менеп йөрөү һәм зиннәт өсөн яралттыҡ” тигән аят бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Аллаһ Тәғәлә йылҡының маңлай сәсенә бәрәкәт бәйләгән”, – тигән. Тимәк, был мал – Раббыбыҙҙың бүләге. Уны аҫраған әҙәм балаһының тормошо бәрәкәтле, күңеле яҡты була.
Ҙур тәрбиәүи көскә эйә ул ат. Аҡыллы, сыҙамлы, көслө. Ниндәй генә хәл булмаһын, ҡиәфәтенән ғорурлыҡ, ихтыяр ныҡлығы китмәй. Ҡупшы үҙе. Шул уҡ ваҡытта ифрат таҙа. Хатта ки үте юҡ. Шуға күрә ите ғәжәп туҡлыҡлы, тәмле, төрлө ауырыуҙан дауа. Бынан тыш, атта һыбай йөрөүҙең дә сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауы тураһында ишетеп-белеп торабыҙ. Ауыр сирҙәр менән яфаланған күпме балаға йәшәү бүләк итә ул йылҡы малы!
Өҫтәүенә аттың һыуыҡҡа бирешмәүе, үҙ-үҙенә ризыҡ табыуы, ҡаҙыһының, ҡымыҙының шифаһы һәм башҡа бихисап өҫтөнлөктәре хаҡында беләбеҙ. Өйөрҙә йөрөгәндә ниндәйҙер хәүеф сыға икән, өлкән малдарҙың тайҙарҙы, ҡолондарҙы уртаға алып, һаҡлап, яҡлап ҡалыуы ла ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.