Йома ғибәҙәтенең хикмәте09.11.2018
Ҡөрьән аяттарында йомаға һәм был көндәге намаҙға айырым иғтибар бүленә. Ошо изге мәлдәге доғалар ҡабул булыр, тиелә уларҙа.

Аҙнаның башҡа көндәрендә намаҙҙы яңғыҙ уҡырға мөмкин. Ләкин йомала өйләне йәмәғәт менән ҡылыу мөһим – Аллаһ Тә­ғәлә шулай ҡушҡан. Һәр ваҡыт­та­ғыса, мәсеткә мосолман пакланып, таҙа кейемдә килә. Йәмә­ғәт намаҙында имам хөтбә, вәғәз һөйләй, уны бүлдермәйенсә, тын ҡалып тыңлау зарур.

Йома ғибәҙәтендә Аллаһ Тәғә­ләнән ярҙамды үҙең һәм яҡын­дарың ғына түгел, ә барлыҡ мосолмандар өсөн һорау дөрөҫ булыр. Тыңланған вәғәздең һәр һүҙ­нә, мәғәнәһенә төшөнөргә, ҡу­шыл­ғандарҙы тормошҡа ашы­рырға ынтылырға кәрәк. Шулай булғанда ғына иманға, дөрөҫ юлға саҡырыу эше киң таралыу алыр.

Үҙенсәлеге буйынса йомалағы йәмәғәт ғибәҙәте мосолман­дар­ҙың йыйынын хәтерләтә. Вәғәз тыңлап, намаҙ уҡығандан һуң бер-береңдең хәлен белешеү, аралашыу, ниндәйҙер мәсьәлә­ләр буйынса фекер алышыу мөһим. Изге көндәге йәмәғәт йыйынын сәбәпһеҙ ҡалдырыу – гонаһ. Әгәр ҙә инде барыу ысынлап та мөмкин түгел икән, Аллаһ Тәғәлә ғәфү итер, мосолман намаҙҙы яңғыҙы булһа ла мотлаҡ уҡырға тейеш.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең замандаштарынан өлгө алып, йәмәғәт нама­ҙы­на балаларҙы ла йөрөтөү һәйбәт булыр ине. Бының өсөн иман йортонда йәш быуынға тейешле шарттар тыуҙырылыуы мөһим.


Вернуться назад