Беҙҙең журналистар экспедиция ойоштора аламы?“Оливье” салаты һеҙҙә халыҡ араһында шулай киң таралғанмы? Уны тыйырға кәрәк. Был салат, наркотик кеүек, бәйлелек тыуҙыра. Тәме, кисәге һымаҡ, тел осонда тора”, – ти бынан 45 йыл элек Мәскәүҙә МДУ-ла уҡыған 68 йәшлек Бирма (хәҙер Мьянма) кешеһе.
“Аргументы и факты” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Георгий Зотовтың мәҡәләһенән килтерелде был юлдар. “Донъя Зотов күҙҙәре менән” тигән рубрикала журналистың Куба, Һиндостан, Вьетнам һәм башҡа күп илдәргә сәйәхәте тураһындағы мәҡәләләр серияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Нимәһе менән әһәмиәтле улар? Һәр илде Рәсәйгә булған мөнәсәбәте, тарихы, элекке һәм бөгөнгө бәйләнеше, сәйәсәте, иҡтисады, ябай халыҡ вәкилдәренең беҙгә ҡарашы бирелеүе менән фәһемле. Был хаҡта күп һөйләргә, яҙырға мөмкин – күренекле журналистың мәҡәләләрен үҙеңә уҡырға кәрәк.
“Комсомольская правда” гәзитенең экспедицияһы ла – баҫманың табышы, тип әйтергә мөмкин. Махсус хәбәрселәр Дмитрий Стешин, Владимир Ворсобин, Виктор Гусейновтар резина кәмәлә Рәсәйҙең иң ҙур йылғаларының береһе Волганың башланған еренән алып Каспий диңгеҙенә ҡойған урынға тиклем сәйәхәт итә һәм һәр ҡаланан, туҡталҡанан күргән-кисергәндәрен проблемалы мәҡәләләр аша гәзит биттәрендә сағылдыра бара. Бер генә миҫал. Урындағы кешеләр Волгала балыҡ кәмеүенең төрлө сәбәбен һанап сыға. Волгоградта футбол буйынса донъя чемпионатының матчы булыр алдынан серәкәйҙәргә ҡаршы көрәш башлайҙар. Улар кәмеһен өсөн ташҡынды алдараҡ эшләйҙәр. Һөҙөмтәлә балыҡтар үлә, ә серәкәйҙәр йәшәй бирә. Стадионды химия ярҙамында йыуалар, һыуын Волгаға ағыҙалар – бер аҙнанан үлгән балыҡтарға баҫып атлап йөрөргә була. “Комсомольская правда” журналистары гәзиттә ошо турала яҙып сыҡҡас, был хәбәр, һис шикһеҙ, ил етәкселегенә лә барып етер тигән ышаныс тыуа.
Бына шулай һәр урында Рәсәй проблемаларын күтәреп, ике ай дауамында сәйәхәт итә абруйлы баҫманың экспедиция ағзалары.
Ниңә шулар хаҡында яҙам һуң әле? Башҡортостан журналистары ла ошондай экспедицияны ойоштора алмаймы ни, тигән һорау тыуҙы, әлеге материалдар менән танышҡас. Бигерәк тә республикабыҙҙың 100 йыллығы алдынан халыҡ тормошо менән яҡындан танышып, уларҙың проблемаларын яҡтыртып, мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкин булыр ине. Беҙҙең дә, Рәсәйҙең Волгаһы кеүек, Ағиҙелебеҙ бар. Был йылға Башҡортостандың күп районы, ҡалаһы, ауылдары аша үтә. Ярай, “КП” журналистары кеүек, кәмә менән йөҙөп тә булмаһын, ти, хәҙер көндәр ҙә һыуытты. Машинала сәйәхәт итергә мөмкин бит.
Республика юбилейы алдынан маҡтау мәҡәләләре генә сыҡмаһын ине. Ғәҙәттә, журналистар теге йәки был районға бара икән, иң башта хакимиәт башлыҡтары, етәкселәр менән аралаша. Улар, әлбиттә, етешһеҙлектәрҙе, проблемаларҙы матбуғат биттәренә сығарырға теләмәй, тик яҡшы яҡтар тураһында ғына һөйләй. Ә урындағы халыҡ менән һөйләшһәң, ауылдарға барһаң, бөтөнләй икенсе тормош күҙ алдына килеп баҫа. Сирен йәшергән – үлгән, тиҙәр. Етешһеҙлектәрҙе хәл итмәйенсә алға барып булмауы һәр кемгә мәғлүм. Байрам тип, гел генә ”ура” материалдары баҫылмаһын ине. Байрам ни ул килә лә үтә, ә проблемалар ҡала. Ана шул мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлашырға кәрәк беҙгә, журналистарға.
Башҡортостан Журналистар союзымы, “Башҡортостан” гәзитеме ошо эшкә тотонмаҫмы икән? Юҡ, “Аргументы и факты”ны ла, “Комсомольская правда”ны ла ҡабатларға кәрәкмәй, ә үҙебеҙҙең юлды табыу зарур. Һәр баҫманан иң шәп ҡәләм оҫталарынан (бәлки, шағирҙар һәм йырсыларҙы ла алып, матбуғатҡа яҙҙырыу өсөн реклама ла булыр ине) бригада төҙөп, ябай халыҡ менән аралашырға, уларҙы тыңларға, ярҙам итергә кәрәктер.
Республикабыҙҙа райондарҙың фестиваль-марафоны бара. Һәр аҙнала тиерлек береһенең тарихы, бөгөнгө уңыштары күрһәтелә. Ҡыуанып та, һоҡланып та ҡарап ултыраһың. Әммә уларҙың да бит проблемалары етерлек. Ниңәлер етешһеҙлектәр хаҡында әйтеү беҙҙә ғәҙәт ителмәгән, ә кәмселектәрҙе бөтөрмәйенсә алға китеш булмаясаҡ.