Сағылыш
Эргә-тирәләге кешеләр – беҙҙең көҙгө. Улар холҡомдоң үҙем аңлап та етмәгән үҙенсәлектәрен сағылдыра. Мәҫәлән, минең менән тупаҫ һөйләшһәләр, тимәк, үҙем шуға юл ҡуям. Йә булмаһа, икенсегә-өсөнсөгә алданам икән, бигерәк ышаныусанмын, асығауыҙмын.
ҺайлауТормошомда булған хәлдәр, кисергәндәрем – һайлау мөмкинлеге булыу һөҙөмтәһе. Мин түбән хеҙмәт хаҡы түләнгән эштә ултырам икән, тимәк, үҙем шулай теләгәнмен. Яҙмышымды яҙыусы һәм һыҙыусы – үҙем.
ХатаҺәр кемдең яңылышыуы ихтимал. Берәүҙең фекерен йә ҡыланышын башҡаларҙың дөрөҫ тип ҡабул итмәүе лә ғәҙәти. Тормош аҡ менән ҡаранан ғына тормай, һис кем идеаль түгел. Иң мөһиме — хатаңды таный белергә һәм ваҡытында төҙәтергә кәрәк.
ЯраҡлылыҡКүпме булдыра алам, үҙем күпмегә лайыҡ – шунса алам, шунса тотам (эш, кеше, аҡса һ.б.).
Яҡшы яҡҡа боролам икән, эргә-тирәләгеләр ҙә ыңғайға үҙгәрә.
Бәйлелектән азатлыҡМиңә бер кем дә бер ни ҙә тейеш түгел. Үҙем башҡаларға күңелем ҡушыуы буйынса ярҙам итә алам. Изгелек ҡылыр өсөн көслө рухлы булыу мөһим, үҙеңә ышанырға кәрәк. Тейешле урында “юҡ!” тип тә әйтә белеү зарур.
ВаҡытМин әлеге ваҡытта һәм тап ошо урында йәшәйем. Үткәндәрҙе йыш уйлау депрессияға килтерә, ә киләсәккә хәүефләнеп ҡарау күңелде шик-шөбһә, шом менән баҫа. Мин әле бармын, шуға шатланам. Ваҡытымды маҡсатлы, дөрөҫ файҙаланам.
Бәхет
Күҙҙәребеҙ күрә, ҡолаҡ ишетә, аяҡ-ҡулдарыбыҙ теүәл, йөрәк эшләй, тимәк, мин йәшәйем. Башҡарыр эшем, ял итергә ҡыйығым бар, тимәк, бәхетлемен. Һәр көнөмә шатланып йәшәйем.