Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр09.11.2018
Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа яҡты донъянан китте.

Әҙип халыҡсанлығы менән айырылып торҙо. Төрлө быуын вәкилдәре өсөн ижад иткән шағирҙар башҡорт әҙәбиәтендә күп түгел, ә Әсхәл Әхмәт-Хужа ошо ике йөктө талымһыҙ рәүештә бергә алып барҙы. Әбйәлилдең хозур тәбиғәтен, эшсән халҡын ихлас данланы ул.

Тыуған яғында йәшәп ижад иткән шағир йәш быуын күңелендә әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, ижадҡа маһирҙарҙы табыу, дәртләндереү маҡсатында Амангилде урта мәктәбендә үҙ премияһын булдырып, 2007 йылдан алып уҡыусыларға тапшыра килде.

Башҡорт шиғриәте аҡһаҡалы, Әбйәлилдең ғорурлығы, үҙ еренең ысын патриоты, талантлы шағир хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр, ижады мәңге йәшәр.


Вернуться назад