Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс күләме кәмене, тип билдәләй республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.
1 майға 15 эш биреүсенең хеҙмәткәрҙәре алдында бурысы булған. 3393 кеше эш хаҡын ваҡытында ала алмаған. Бурыс күләме, йыл башынан алып өс тапҡырҙан ашыуға кәмеп, 34,1 миллион һум тәшкил иткән.
— Күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының, профсоюздар һәм власть органдарының эш хаҡы буйынса бурысты кәметеү буйынса эше республика Хөкүмәте тарафынан контролдә тотола, — тине хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Цибизов. — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутаттар төркөмө бурысты бөтөрөү саралары хаҡындағы отчетты даими тыңлай. Эш хаҡы буйынса совет ағзалары ла был эшкә ҙур тырышлыҡ һалды.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып 518 тапҡыр хеҙмәткә түләү торошо тикшерелгән. 65 ойошмала уны тотҡарлау осрағы асыҡланған.
Йыл башынан алып 1979 хеҙмәткәргә 24,2 миллион һум күләмендә биреп еткермәгән эш хаҡы түләнгән. Мәҫәлән, апрелдә Башҡортостан керамика заводында 160 кешегә 1,2 миллион һум, “Стройэнерго” йәмғиәтенең 61 хеҙмәткәренә 699,4 мең һум аҡса түләнгән.
Хеҙмәткә түләү ҡануниәтен боҙған өсөн йыл башынан 242 эш биреүсегә 831,9 мең һумлыҡ штраф һалынған. Ете етәксене дисквалификациялау мәсьәләһе хәл ителә. Тәфтиш органдарына эш хаҡын тотҡарлауҙа ғәйепле кешеләрҙе яуапҡа тарттырыу өсөн алты материал ебәрелгән.
Л. ФӘРИТОВА.