Октябрьский ҡалаһындағы Балалар һәм үҫмерҙәр һарайының “Һеҙҙең хоҡуҡ” юридик мәктәбе тәрбиәләнеүселәре урындағы эске эштәр бүлегенең кинологтар питомнигына сәйәхәт ҡылған.
Уларҙы эске хеҙмәт майоры Анна Сергеева бындағы эшмәкәрлек менән таныштырған. Балалар “дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ”ҙың енәйәттәрҙе асыуҙа, тәртип боҙғандарҙы ҡулға алыуҙа, наркотиктарҙы, ҡоралдарҙы, шартлатҡыс ҡорамалдарҙы һәм матдәләрҙе табыуҙа ярҙам итеүе, күмәк кеше ҡатнашҡан сараларҙа йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлауы хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңлаған. Баш инспектор-кинолог, полиция майоры Данил Вәлиуллин эттәрҙең ғәмәлдә ниндәй бойороҡто үтәүгә һәләтле булыуын күрһәткән.