1 ноябрҙән “Халыҡ участковыйы” Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабы старт алды. Әле сараның партнеры булған “Комсомольская правда” нәшриәт йортоноң мәғлүмәт порталында иң яҡшы полиция участкаһы вәкиле өсөн онлайн тауыш биреү бара. Сарала илдең 83 төбәгенән иң яҡшылар һынау тота.
Быйыл беҙҙең республикала иң күп тауышты Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса бүлегенән участка уполномоченныйы, полиция майоры Андрей Тимеркәев йыйған.
Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарында ун йылға яҡын эшләй. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙаныуға өлгәшә. Үҙе хеҙмәтләндергән участкала эскелеккә, наркоманияға, ғаилә низағтарына ҡаршы әүҙем көрәш алып бара. Намыҫлылығы, ыңғай сифаттары өсөн онлайн тауыш биреүҙә еңеп сыҡҡан да инде.
Хәҙер Андрей Тимеркәев төбәк исеменән конкурстың Рәсәй этабында ҡатнаша. Тауыш биреү 10 ноябргә тиклем дауам итә, яҡташыбыҙ өсөн “Комсомольская правда” нәшриәт йортоноң мәғлүмәт порталында һәр кем тауыш бирә ала.