Ҡасандыр яратышып өйләнешеп тә, тормош юлы буйлап бергә атлай алмаған, ғаиләләре тарҡалған кешеләр бихисап. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә фажиғәһендә иң ҙур зыян күреүселәр – балалар: беренсенән, үҙ мәшәҡәттәренә батҡан өлкәндәр уларға иғтибар бүлмәй, икенсенән, ғәҙәттә, әсә ҡарамағында ҡалған сабыйҙы матди яҡтан тәьмин итеүҙә ҡайһы бер атайҙар бөтөнләй ҡатнашмай. Алимент юллау ҙур алышҡа әүерелә, кешеләрҙең шәхси тормошона суд приставтары ҡыҫыла...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта яуапһыҙ атайҙың бурысын ҡайтарыуҙы тап ошо юл менән башҡарырға тура килә – был һәм башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров матбуғат конференцияһында үҙенең фекерен белдерҙе.
Быға тиклем суд приставтарын төрлө кимәлдәге судтарҙың эшмәкәрлеге тәртибен һаҡлаусылар, суд акттары һәм ҡарарҙары үтәлешен тормошҡа ашырыусылар тип белһәк, быйылдан ведомство хеҙмәткәрҙәренең вәкәләттәре арттырылды: улар, федераль ҡануниәткә ярашлы, бурыслыларҙы эҙләү, законһыҙ мигранттарҙы тыуған яғына оҙатыу хоҡуғына эйә. Шулай уҡ 1 ғинуарҙан суд приставтары бурыслыларҙың банктарҙағы шәхси иҫәптәрен дә тикшерә ала.
Былтыр республиканың суд приставтары 7 миллиард һумдан ашыу бурысты ҡайтарыуға өлгәшкән. 1,3 миллиард һумы – һалым, 135 миллионы – административ штрафтар, 139 миллионы башҡарыу йыйымы өлөшөнә төшә. Был килем дәүләт ҡаҙнаһына китә. Унан тыш приставтар 355 миллион һум күләмендә ваҡытында түләнмәгән эш хаҡын ҡайтарыуға өлгәшкән – бында 26 меңгә яҡын кешенең яҙмышы хаҡында һүҙ бара. Быйылғы дүрт айҙа төрлө кимәлдәге 1,5 миллиард һумлыҡ бурыс түләтелгән.
Зариф Закир улы әйтеүенсә, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең вәкәләттәрен киңәйтеү эш күләмен дә арттыра. 1 июндән штат 110 кешегә ҙурайтыласаҡ, был үҙ сиратында эштәге көсөргәнеште кәметеүгә ярҙам итәсәк.
...Яҡындарының ярҙамын тоймаған балаларға килгәндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата идаралыҡ "Суд приставтары – балаларға" тигән акция ойоштора. Уның барышында алимент түләтеү буйынса эштәрҙең үтәлеше тикшереләсәк, ғәйеплеләр иҫкәртеләсәк. Шулай уҡ балалар йортонда, мәктәп-интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн мәрхәмәтлелек саралары үткәреү ҙә ҡаралған.
Г. БАЛТАБАЕВА.