10 ноябрь Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо айҡанлы республикала төрлө саралар үткәрелә.
Бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһында урынлашҡан төрлө бүлексәләренең шәхси составының строевой смотры үтте. Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов, республика Эске эштәр министрлығының етәкселеге һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, генераль-майор Роман Деев хеҙмәттәге уңыштары һәм тәртип урынлаштырыуҙағы әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй Эске эштәр министрлығының һәм урындағы ведомствоның маҡтау грамотларын, рәхмәт хаттарын, ҡиммәтле бүләктәрен тапшырҙы.
Артур Әхмәтханов эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республика етәкселегенең тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән полиция хеҙмәткәрҙәренә республика Хөкүмәте наградаларын тапшырҙы.
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен төрлө конфессия әһелдәре лә тәбрикләне.
– Дәүләт ғаиләнән, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә бирелгәнлектән башлана. Тыуған илеңә хеҙмәт итеү – ҙур намыҫ, шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ та, – тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин.