Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!17.05.2012
2012 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың иң ҡыҙыу мәле етте. Редакция “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһын быйыл да дауам итә.
Аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡан гәзиткә (индексы — 50600) иң күп яҙылыусы коллективтарға ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырыласаҡ. Бының өсөн 30 июнгә тиклем яҙылыу тураһында квитанция күсермәләрен редакцияға ебәрергә кәрәк.
Быйыл 95 йыллығын билдәләйәсәк “Башҡортостан”ды таратыуҙа берҙәм ҡатнашайыҡ, дуҫтар! Йыл аҙағынаса йортоғоҙға йән дуҫығыҙ, рухи хазинағыҙ, серҙәшегеҙ, кәңәшсегеҙ көн дә килеп шатландырһын тиһәгеҙ, почта бүлексәләренә ашығығыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Вернуться назад