Йыл һайын ноябрҙең етенсе көнөндә Рәсәйҙә 1917 йылғы Октябрь революцияһы көнөн билдәләйҙәр. Был байрам рәсми рәүештә сафтан сыҡһа ла, тарих биттәрендә ул мәңгелек.
Кушнаренко районында дәүерҙең был иҫтәлекле датаһы айҡанлы В. И. Лениндың һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Р. В. Нурғәлиев, һуғыш, тыл һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандар ойошмаһы рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Н. В. Ғәлимов, тыл ветерандары, КПРФ фирҡәһе ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты. Улар совет заманының ҡаҙаныштарын иҫкә алды, муниципалитет етәкселегенә район ветерандарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торғаны өсөн рәхмәт белдерҙе, шул йылдарҙың шаңдауы башҡа ҡабатланмаһын, тип киләсәккә өмөт бағланы.