Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы үҙәк майҙанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектына ярашлы яңыртылған Ғаилә скверын асыу айҡанлы байрам сараһы үтте.
Объектты яңыртыуға 3,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Бында таш түшәлде, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҡуйылды, күпер һалынды. Тантанала Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рәшит Ғәтиәтуллин, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов, райондың баш архитекторы, проекттың координаторы Ирина Аҡбашева ҡатнашты.
— Күркәм сквер район халҡы өсөн рәхәтләнеп ял итеү урынына әүерелер, моғайын. Яҙ ағас, сәскә ултыртасаҡбыҙ, балалар өсөн уйын майҙансығы ла булдырыласаҡ, — тине Әнис Әсәҙуллин.