ФАП ябыҡ, белгестәр етмәй08.11.2018
Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 125-е белгестәр етешмәү сәбәпле ябылған. Шул уҡ ваҡытта 72 пункт авария хәлендә, 152-һендә иһә шәфҡәт туташтары ғына эшләй. ФАП-тарҙың 80 проценты ҡуртымға алынған биналарҙа урынлашҡан. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты ултырышында республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров ошондай мәғлүмәт бирҙе.

Әле 108 ауылдағы 5300 кешегә күсмә ФАП-тар ярҙам күрһәтәсәк. Ете биләмәлә федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу ҡарала.

Тармаҡтағы тағы ла бер етди проблема – кадрҙарға ҡытлыҡ. Былтыр 1770 белгес килһә, 1433 табип эштән киткән. Медицина хеҙмәткәрҙәренең 23 проценты – пенсия йәшендәгеләр. ФАП-тарҙа иһә был һан тағы ла юғарыраҡ – 40 процент.

“Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә йәлеп ителгән 170 табип хеҙмәт килешеүен тарҡатҡан, 23-ө биш йыллыҡ контракттың ваҡыты үтеү менән эштән киткән. Рафаэль Яппаровтың фекеренсә, белгестәрҙе ауылда ҡалдырыу өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, йорт һалыуға йәки фатир һатып алыуға субсидия биреү зарур.


Вернуться назад