Һәр sms-хәбәргә ышанма17.05.2012
Кеҫә телефондарына “Һеҙҙең банк картаһына блок ҡуйылды. Пин-кодығыҙҙы боҙорға ниәтләгәндәр. Мәғлүмәтте Үҙәк банктың “ҡыҙыу элемтә”һе буйынса алырға мөмкин” тигән sms-хәбәр килә һәм бәйләнешкә инеү өсөн 11 һандан торған телефон һаны күрһәтелә.
Башҡортостандың Милли банкы бындай мутлашыу төрөнөң республикала киң таралыуына һәм уның Рәсәй банкы исемен файҙаланып ҡылыныуына иғтибарҙы йүнәлтә.
Ошондай хәбәр килә ҡалһа, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмау маҡсатында күрһәтелгән һанды йыйыуҙан ҡәтғи тыйылығыҙ!
Дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн банк картаһында һәм төҙөлгән договорҙа күрһәтелгән телефон аша йә иһә картаны биргән банктың офисына мөрәжәғәт итегеҙ.
Башҡортостан Милли банкының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй банкы һәм уның территориаль учреждениелары кредит ойошмаларының эшмәкәрлегенә ҡыҫылмай һәм уларҙың клиенттары менән бәйләнешкә инмәй.
Өҫтәмә мәғлүмәтте түбәндәге телефон буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 279-65-00.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад