Өфөнән Башҡорт дәүләт педагогия университетының өсөнсө курс студенты, ирекмән Диана Аҡбутина “Ҡояш төҫтәре” тигән социаль проекты менән “Мисс-йәштәр” Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты.
Өҫтәүенә Ҡырғыҙстанда уны “Рус теле илсеһе” итеп һайланылар. Балалар приютына һәм ҡарттар йортона шефлыҡ иткән ҡыҙ социаль учреждениеларҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, саралар уҙғарырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, Башҡортостанда Диана кеүектәр өсәү. Тиҙҙән илдең барлыҡ төбәктәренән “илселәр” Өфөлә йыйыласаҡ.