“Йәйләү” профилле сменаһында ял иткән балалар һаны йылдан-йыл һиҙелерлек арта. 2016 йылда, мәҫәлән, 5065 бала йәлеп ителһә, быйыл 9633 ҡыҙ һәм малай башҡорт лагерында булған.
“Йәйләү”ҙең географияһы ла киңәйгәндән-киңәйә – республика райондарынан тыш, күрше төбәктәрҙән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, хатта Америка Ҡушма Штаттарынан да килеүселәр осрай. Ошо хаҡта Өфө ҡалаһында уҙған “Йәйләү” профилле сменаһында эшләгән етәкселәр һәм әйҙәүселәр өсөн республика семинар-кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр.
Билдәле булыуынса, “Йәйләү” программаһының авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған дөйөм белем биреү һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Бураҡаева.