Күгәрсен районының Йомағужа ауылындағы 1-се мәктәптә Башҡортостандың беренсе урыҫ халыҡ шағиры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Александр Павлович Филипповҡа һәйкәл ҡуйылды.
– Һәйкәл шағирҙың тыуған көнө алдынан асылыуы менән дә әһәмиәтле. Ул 7 ноябрҙә ошо ауылда тыуған һәм быйыл уға 86 йәш тулған булыр ине. Александр Филиппович Өфөлә йәшәне һәм ижад итте, ләкин уның әҫәрҙәре – 30-ҙан ашыу китабы һәм уларҙан тыш ялҡынлы юлдары ябай ауыл халҡына бағышланған, – тине район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Рөстәм Сәйетбатталов.
Бюстың авторы – Хәлит Ғәлиуллин. Бағымсыһы – “Урал” хәйриә фонды.
Һәйкәл асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Әлфәрис Байсурин, шағирҙың яҡташтары Венир Аҙнағолов, Әхмәт Искәндәров, Сәрүәр Сурина, Ғәлийән Хәсәнов ҡатнашты.