Бөрйәндәге күперҙәрҙе сафҡа индереү ваҡыты билдәләнде08.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, яуаплы кешеләр Бөрйән районындағы “һаҡаллы” күперҙәр төҙөлөшөн тикшерҙе.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, күҙәтеү органдары һәм подрядсы ойошмаларҙың вәкилдәре урында күңәшмә үткәрҙе.

Һөҙөмтәлә Нәби ауылы янындағы күперҙе шул уҡ подрядсы – 2019 йылдың апреленә, ә Яңы Монасип эргәһендәгеһен икенсе төҙөлөш ойошмаһы киләһе йыл дауамында сафҡа индерәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Нәбиҙәге ҡоролма – 2011 йылдан, Яңы Монасиптағыһы 2016 йылдан бирле төҙөлә.


Вернуться назад