Туйҙар һирәгәйә08.11.2018
Бишбүләк районының ЗАГС бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, был төбәктә ноябрҙә ни бары ике пар никах теркәтергә йыйына.

Яңы Бикташ ауылынан Илмир Бәшәров менән Елена Петрова, Уҫаҡкисеүҙән Ренат Фәсхиев менән Сабира Ырыҫбаева Ғаилә йылында үҙ ояһын ҡорорға ҡарар иткән.

Көҙ элек-электән туйҙарға бай мәл һанала – баҡса мәшәҡәттәре бөткәс, һуғым һуйғас, рәхәтләнеп күңел асырға мөмкин. Шулай ҙа быйылғы алтын миҙгелдә Башҡортостанда туйҙар һирәк булмаҡсы. Белгестәр был күренеште ғаилә ҡорор йәштәге граждандар һанының аҙ булыуы менән аңлата – улар илдәге демографик көрсөк осоронда тыуған.


Вернуться назад