Ил Президенты гранты фонды сираттағы конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Башҡортостандан мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ете проект еңеү яулаған. Гранттар күләме 8 145 669,37 һум тәшкил итә.
Дөйөм алғанда, конкурсҡа ил буйынса 9 843 проект тәҡдим ителгән. Ғаризаларҙы 785 эксперт ағзанан торған эксперттар берләшмәһе ҡараған. Проекттарға бөтәһе 20 меңдән ашыу экспертиза үткәрелгән.
Төбәктән иң ҙур грант В. Спиваковтың “Башҡортостанда йәштәрҙең һәләтен һәм һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү “мәрхәмәтлек фондының “Балалар – балаларға: беҙҙең йөрәктәр көйө” проектына бүленгән – 5 562 014, 10 һум. Ҡалған алты проектҡа 500 мең һум һәм унан кәмерәк күләмдә аҡса биреү ҡаралған.
Грантҡа Мәсетле районын социаль үҫтереүгә ярҙам итеү мәрхәмәтлек фондының “Әй ауазы” ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр халыҡ-ара конкурс-фестивале“, “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең “Күн оҫтаханаһы”, Яңауыл районының “Эрвео Марий” мари милли-мәҙәни авотономиялы йәмәғәт ойошмаһының “Эрвео Марий” менән сәйәхәт: Упымарий мираҫы”, Стәрлетамаҡ районын социаль үҫтереүгә ярҙам итеү мәрхәмәтлек фондының “Релаксация – һаулыҡҡа юл!” проекттары лайыҡ булған. Шулай уҡ милләт-ара һәм дини-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән “Аргешти” әрмән мәҙәниәтен тергеҙеү һәм үҫтереү йәмәғәт ойошмаһының “Дуҫлыҡ милли мәҙәниәттәр фестивале” һәм “Башҡортостандың мордва милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһының “Изгелектең икмәкле юлы” проекттары эксперттарҙың ыңғай баһаһын алған.