Белорет районының Баҡый, Хәйбулла (Һаралы) ауылдары халҡы ғүмер буйы юлһыҙлыҡтан интегә. Етмәһә, был яҡтарҙа ямғыр йыш яуа, ҡар ҙа мул була.
Яңыраҡ, көҙгө каникулдан һуң, уҡыусыларҙы Белорет ҡалаһындағы лицей-интернатҡа уҡыуға алып барырға сыҡҡан ата-әсәләр тағы ла ҡырҡ михнәт аша үткән. Хатта юлһыҙ ерҙәрҙе үтә алған “УАЗ” автомобилдәре лә батып ултырған.
“Бына, иптәштәр, маршруткалар юҡ тип илайбыҙ. Ә фотола, күрәһегеҙме, Баҡый ауылы уҡыусылары белем артынан нисек йөрөй? Был саҡта ниндәй сифатлы белем алыу тураһында һүҙ алып барылыуы мөмкин?” – тип яҙа Илдар Аллаяров социаль селтәрҙәрҙең береһендә.
Баҡыйҙан Белорет ҡалаһына тиклем – 125 километр, шул иҫәптән 25 саҡрым арауыҡта юл бөтөнләй юҡ. Быға тиклем Еҙем йылғаһы аша йүнле күпер ҙә юҡ ине, былтыр ғына был хатаны төҙәттеләр.