8 ноябрҙә республика буйынса бер аҙ епшек ҡар яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа сымдарға, ағастарға ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар өйөмдәре барлыҡҡа килеүе көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 3 градус һалҡындан 2 градусҡа тиклем йылы, көндөҙ иһә 0-дән плюс 5 градусҡа тиклем.
9 ноябрҙә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Температура төндә минус 4-9 градус, аяҙытҡанда 14 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы ихтимал. Көндөҙ минус 1-6 градус.