Башҡортостанда халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәрен, призерҙарын, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы матди дәртләндерергә ҡарар ителде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Олимпиадала еңеп сыҡҡандарға һәм уларҙың педагогтарына премия күләме 60 мең һум, призерҙарға һәм уларҙың уҡыртыусыларына иһә 30 мең һум тәшкил итә. Указда билдәләнеүенсә, бер нисә олимпиадала еңгәндәргә һәм призерҙарға премия һәр ҡаҙаныш өсөн тапшырыла.