Ошо көндәрҙә Өфөлә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсының “Иң оҫта иретеп йәбештереүсе” номинацияһына йомғаҡ яһалды. “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалы магистраль газ үткәргестәр идаралығында эшләгән Әнүәр Хәмәтғәлимов иретеп йәбештереү оҫтаһы тип танылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “ВНЗМ” акционерҙар компанияһынан Илшат Хөсәйенов менән Сергей Овсянников яуланы.
Еңеүсе исеме өсөн Башҡортостандағы 16 предприятиенан һәм ойошманан 20-нән ашыу белгес көрәште. Һөнәри ярыш дүрт өлөшкә бүленде.
Тәүгеһе теоретик белемде тикшереүгә ҡоролдо. Ул онлайн-тест рәүешендә үтте. Икенсеһендә иһә практик оҫталыҡ һыналды. Жюри технологияның, хеҙмәтте һаҡлау нормаларының һәм ҡағиҙәләренең үтәлешенә баһа бирҙе.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға аҡсалата премия тапшырылды. Иң оҫта иретеп йәбештереүсегә 50 мең һум тапшырылды.
Сараны Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министрлығы ойошторҙо.