Эскелек яҡшыға алып бармай07.11.2018
Эскелек яҡшыға алып бармайБыйыл майҙа Ишембай районында 19 һәм 24 йәшлек ике ир эсеп алғандан һуң Р. менән бәхәскә инеп, уны ныҡ итеп туҡмай. Зыян күреүсе алған йәрәхәттәренән вафат була. Яңыраҡ был эш Ишембай ҡалаһы судында присяжныйҙар ҡатнашлығында ҡаралды.

Суд ултырышында ҡатнашҡандарҙың алтыһы ла ирҙәрҙе ғәйепле тип тапты һәм язаны йомшартыуға лайыҡ түгелдәр тигән ҡарар сығарҙы.
Суд, ошоға нигеҙләнеп, ғәйепләнеүселәрҙе 10 һәм 12 йылға иректән мәхрүм итте, улар ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреләсәк.

Шулай уҡ икеһенә лә 300 мең һум күләмендәге әхлаҡи зыянды ҡаплау ҙа йөкмәтелә.

Әйткәндәй, район судтарында присяжныйҙар ҡатнашлығында енәйәт эштәрен ҡарау тәртибе быйыл 1 июндән ғәмәлгә инде.



Вернуться назад