Ноғай, Жилин һәм Зинин эргәһендә зыярат булмаясаҡ07.11.2018
Быйыл көҙ Өфө ҡалаһының коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы зыярат өсөн 40 гектар ерҙе межалауға дәүләт заказына иғлан баҫтыра. Был тирәлә урынлашҡан ауылдарҙа йәшәгән халыҡ ҡаршы сығып, прокуратураға мөрәжәғәт итә.

Яңыраҡ күҙәтеү органы – Өфө ҡалаһы прокуратураһы ҡала хакимиәтенә Ноғай, Жилин һәм Зинин ауылдарына табан зыяратты киңәйтеүҙе тыйған күрһәтмә сығарҙы.

“Заказсы яңы ерләү урындары булдырыуға экологик һәм санитар-гигиена экспертизаһына ыңғай баһа алмаған. Шул ваҡытта был күрһәтелгән биләмә ял итеү урынына ҡарауы һәм ундай ерҙә зыярат булдырыу ярамағанлығы ла иҫәпкә алынмаған”, – тип белдерә прокуратураның матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад