Бер юлы 100 тамашасы һыя07.11.2018
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Асҡын районының Ҡартҡиҫәк ауылында заманса итеп төҙөкләндерелгән клуб асылды. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Альфред Хәзимуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, уға ремонт “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында үткәрелгән, эштәр ни бары бер йыл эсендә башҡарылған.

Хәҙер мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел, сәхнәнең иркенлеге һәм шаршауҙарҙың төрлөлөгө күпте һөйләй. 100 урынлыҡ ауыл клубында тағы ла китапхана урынлашҡан. Хәйер, унда тағы ла өҫтәмә 25 ултырғыс ҡуйыу мөмкинлеге бар.


Вернуться назад