Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа?07.11.2018
Саф һыулы шишмәләрҙе әүәл-әүәлдән кешеләр ҡәҙерләп һаҡлаған, хәстәрләгән. Дыуан районында ошо ғөрөф-ғәҙәтте әле булһа дауам итәләр.

Ошо көндәрҙә Арый ауыл биләмәһендәге ике шишмә төҙөкләндерелде. Мәсәғүт ауылындағы “Изге шишмә” эргәһендә лә экологик өмә ойошторолдо. Дыуан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре шишмә тирәләй ҡороған ағастарҙы киҫте, сүп-сарҙы йыйып алды.

Әйткәндәй, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышындағы барлыҡ райондарҙа ла һыу ятҡылыҡтары таҙартыла, төҙөкләндерелә. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, был төбәктә һыу иң таҙа һәм тәмле.


Вернуться назад