Ҡаҙаҡтарға — бал, тәм-том, иртәнге аштар...07.11.2018
Ҡаҙағстанда WorldFood Kazakhstan-2018 Үҙәк-Азия халыҡ-ара күргәҙмәһе үткәрелде. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.

Республикабыҙ предприятиелары иҫәп буйынса 21-се күргәҙмәгә тәм-том ризыҡтары, консерваланған ашамлыҡтар, һөт, бакалея продукцияһын, бал һәм унан яһалған косметика, һауыҡтырыусы фитопродукция, шулай уҡ тиҙ әҙерләнә торған иртәнге аштар, башҡа тауарҙар алып барҙы.

— Төбәктең эшлекле даирәләре вәкилдәре Ҡаҙағстандың ҙур предприятиелары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Төҙөләсәк экспорт килешеүҙәре был осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе булыр, тип ышанабыҙ, — тине Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.


Вернуться назад