Белорет урамдарындағы хәлде хәҙер иң йәнле 19 нөктәлә һәм ҡаланан сығыу юлдарында ҡуйылған 37 видеокамера күҙәтә. Бындай саралар йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтелә.
Был эш “Имен ҡала” комплексын ғәмәлгә индереү нигеҙендә башҡарылған. Заманса ҡорамалдар ярҙамында хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ҡала хеҙмәттәре енәйәттәрҙе асыу, сара күреү өсөн килгән мәғлүмәтте анализлай. Хәҙер ҡала урамдарында, йәмәғәт урындарында тәртип боҙоусылар ҡырҡа кәмер, тигән ышаныста улар.