Йәмле Талҡаҫ күле янында урынлашҡан Иҫән ауылында иман йорто асылды. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, ауылда XIX быуатта уҡ мәсет булған. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ул яндырылған йәки икенсе ауылға күсерелгән.
Ниһайәт, ауыл халҡының тырышлығы, аҡһаҡал Миңлеғәле Йәрмөхәмәтовтың башланғысы һәм ярҙамы менән Иҫән ауылында аҙан тауышы яңғыраны. Ул 2012 йылда иман йортоноң тәүге нигеҙ ташын һала. Әсәһенең исемен мәңгеләштереү маҡсатында, мәсеткә “Сафия” исемен бирә.
Әйткәндәй, Иҫән ауылындағы ул – Баймаҡ районында рәсми теркәү үткән 62-се иман йорто.