Биш мәктәптә генә – бер смена07.11.2018
Өфөләге 128 мәктәптең бишәүһе генә бер сменала эшләй. Баш ҡаланың яңы биҫтәләрендә социаль объекттар төҙөмәйенсә торлаҡ һалыу арҡаһында ошондай хәл килеп тыуған.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошоға бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Уның әйтеүенсә, килешеүҙәрҙә төҙөүселәрҙең бурыстары, объектты һалыу, сафҡа индереү, муниципалитет ҡарамағына тапшырыу ваҡыты аныҡ билдәләнмәгән.

Республика етәксеһе Өфөнөң яңы мэрына торлаҡ төҙөлөшө өлкәһен тәртипкә килтерергә кәрәклеге хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ был мәсьәләне хәл итеүгә республика прокуратураһының да ҡушылыуын үтенде.


Вернуться назад