Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов төбәк юлдарындағы хәл тураһында хәбәр итте.
— 30 октябрҙән 6 ноябргә тиклем республикала 77 юл фажиғәһе булған. Уларҙа 98 кеше зыян күргән, 14-е, шул иҫәптән ике бала һәләк булған. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе — тиҙлек тәртибен үтәмәү. Юл шарттарына бәйле авариялар теркәлмәгән, — тине ведомство етәксеһе. Ул шулай уҡ Башҡортостан юлсыларының ҡышҡа тулыһынса әҙер булыуын белдерҙе.
— Коллегалар, ҡыш башланып, ҡарға бата башлаһаҡ, һеҙҙән техника юҡ, башҡа нәмә етмәй тигән һүҙҙәрҙе ишетмәҫмен тип ышанам. Әле генә барыһы ла тәртиптә булыуын раҫланығыҙ, — тине Радий Хәбиров.
2 ноябрҙә Ауырғазы районында боҙло ямғыр яуыу сәбәпле Р-240 трассаһында хәрәкәт туҡталғайны. Радий Хәбиров тейешле хеҙмәттәрҙең эшкә тотоноу йылдамлығы менән ҡыҙыҡһынды.
— Унда нимә булғанын видеояҙманан күргәнһегеҙҙер? Автомобилдәр колонна булып һуҙылып юл ситендә туҡталған, ҡайһылары түңкәрелгән. Хәҙер был турала фекер йөрөтөү ҡыйын, әммә, минеңсә, йылдамыраҡ эшләргә кәрәк. Иғтибар итегеҙ: ярайһы уҡ хәүефһеҙ, имен биләмә, артылыштар юҡ. Ә ҡышҡыһын нимә булыр? — тине төбәк етәксеһе.
Кеше ҡорбандарына килтергән юл һәләкәттәренең артыуына ҡағылышлы Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренең эшләп еткермәүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Тейешле ведомстволарға хәлде берлектә тикшереп, сара күрергә ҡушылды.