Баймаҡта уҡытыусыларҙы түләүһеҙ отпускыға ебәргәндәр06.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа еткерелгән мәғлүмәт буйынса, Баймаҡ районында уҡытыусыларҙы көҙгө каникул ваҡытында түләүһеҙ отпускыға ебәргәндәр.

Радий Фәрит улы оператив кәңәшмә барышында был мәсьәлә буйынса урындағы төбәк етәксеһе Илшат Ситдиҡовҡа мөрәжәғәт итте. Уның яуабын алғас:

– Әгәр ҙә һеҙгә ниндәйҙер ярҙам, шул иҫәптән матди булышлыҡ, кәрәк икән, Хөкүмәт етәксеһе һәм мәғариф министры менән бергәләп һәр саҡ тыңларға әҙербеҙ. Тик мине хата фекергә төшөрмәгеҙ, дөрөҫөн әйтегеҙ. Юғиһә бер-беребеҙгә ышанысты юғалтасаҡбыҙ, – тине ул.


Вернуться назад