Әбйәлил районында микроавтобус водителе рулдә көйө йән биргән. Юлда барғанда ул үҙен насар тойған. Ярай әле юл ситенә туҡтарға өлгөргән. Аҙағыраҡ уның үле кәүҙәһен тапҡандар. Автобус салонында пассажирҙар булмаған.
“Ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү бара. Күҙаллауҙар күрһәтеүенсә, үлем сәбәбе – йөрәк өйәнәге”, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.