Күпер ҡасан булыр?06.11.2018
Бөрйән районында Иҫке Монасип менән Яңы Монасип ауылдары араһында һалынған аҫылмалы күпер аша көнөнә йөҙәрләгән машина үтеп йөрөй. Йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма йылына әллә нисә тапҡыр халыҡ тарафынан ремонтланып, машина тәгәрмәсе емергән таҡталары яңыртылып тора.

Халыҡ юғары инстанцияларға күп тапҡыр мөрәжәғәт итеп, ҡултамғалар йыйылып тапшыра торғас, ниһайәт, 2014 йылда күпер төҙөләсәк, тигән өмөтлө хәбәр таралды. Әммә намыҫһыҙ подрядчиктарға юлығып, ул ошо көнгәсә ҡулланылыуға тапшырылмай килә.

Иҫке Монасип – ҙур ауыл. Унда 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Көн дә ситкә йөрөп эшләүселәр күп. Ауылда өй аралаш тиерлек машина. Аҫылмалы күперҙән йөрөүе ҡурҡыныс. Боҙ ныҡлап туңғансы, уның таҡталары ҡарлы ямғырҙан йыуылып, шаҡылдап ҡатасаҡ. Машиналағыларға ла, йәйәүлеләргә лә был бик хәүефле.

Берәй хикмәт йә оло ярҙам менән ауылдаштарым был ҡот осмалы хәүефле ыҙанан тиҙерәк ҡотолһа ине.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ:
— Коллегалар, төҙөүселәр һәм башҡалар, бәләкәй генә күперҙе 2011 йылдан бирле һалаһығыҙ. Оятығыҙ бармы? Дүшәмбе кәңәшмәлә миңә аныҡ ваҡыт буйынса хәбәр итерһегеҙ. Ошо объекттар, сроктар буйынса асыҡ аңлатма кәрәк. Күперҙең хаҡы күпме? Төбәк фондынан ярҙам итегеҙ, аҡса бүлегеҙ, намыҫлы подрядсыларҙы табығыҙ. Ҙур объекттарҙы нисек төҙөрһөгөҙ? Оло йылғалар аша күпер һала башлаһаҡ, нимә эшләрһегеҙ?..

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм ШӘРИПОВ:
— Бөрйән районында йәйәүлеләр өсөн ике күпер төҙөлөшө 2011 һәм 2016 йылдан дауам итә. Быйылға финанслау күләме 36 миллион 829 мең һум тәшкил итә. Бында үҙләштереү йәһәтенән проблема бар. Нәби ауылындағы күпер буйынса беҙ подрядсыға 3 миллион 648 мең һумды түләмәнек, сөнки ул төҙөлөштәге үҙгәрештәрҙе проектлаусы менән яраштырҙы һәм “Госстройнадзор”ҙан күрһәтмә алды. Был күрһәтмәне ул әлегә тиклем үтәмәгән. Уның шулай уҡ 2017, 2018 йылдарҙа алынған күрһәтмәләре лә бар. Әле эш судҡа тиклем барып етте. Етешһеҙлектәрҙе төҙәтмәйенсә тороп, беҙ уға аҡса түләргә йыйынмайбыҙ. Икенсе объект — Иҫке Монасип ауылында ошондай уҡ күпер. Үҙләштерелмәгән аҡса күләме — 16 миллион һумдан ашыу. Подрядсы тростың ҡиммәт булыуына һылтанып, эш өсөн аванс һорай. Беҙ быны эшләй алмайбыҙ. Өҫтәүенә ул килешеүҙәге хаҡты арттырыуҙы үтенә.


Вернуться назад